Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабрь 2019, 18:00

Әбей мөхәббәте

СПИД сирлеләрҙе ҡабул итә торған бүлмәгә бер әбей тығылғас, уға врач әйтте: - Инәй, яңғылыш кереп киләһегеҙ, һеҙгә кем, неврологмы, психиатрмы кәрәк?

- Юҡ, мине ошо кабинетҡа тип ебәрҙеләр, - табип бер нисә рәт ҡабатлағас ҡына уны ишетеп аңлаған әбей туйтаңлап килеп ултырғысҡа ултырҙы.

Табип, барыбер ҙә был яңғылышалыр, тип уйлай, тик оло кешегә ҡаты бәрелмәҫкә теләп, тегенең ҡағыҙҙарын ҡутара һәм инәйҙең яңғылыш инмәгәнен аңлай – оло кешелә СПИД.

- Нисәне йылғы һеҙ?

- 1940-сы.

- ????, - врач донъяны апаруҡ күргән кеше, тик бынау йәштә... ҡалай итеп... ни өсөн, кем менән... Шулай ҙа, килгәс кешене ҡарар кәрәк, ҡарауҙың үҙ тәртибе бар, - Һөйгән йәрегеҙ кем ине?

Һөйгән йәр тип әйтте, бына алйот, тән бәлтерәйеп, ҡолаҡтар ишетмәҫ, күҙҙәр күрмәҫ, ҡулдар ҡалтырар йәштә ниндәй йәр ти тағы. Йәр ысынлап та булһа инде, оло кешегә ҡурҡмай, тартынмай (ерәнмәй тип әйтер ине, кешене кем белә, кемгәлер ололар ҙа оҡшай) кем ҡағылырға баҙнат итте икән? Әлбиттә, врач кеше лә әҙәм балаһы, үҙенең йәше яғынан матур сағы, ниместең оятһыҙ фильмдарында оло кешеләр ҙә уйнағанын күргәне бар, тик бында, барыһы ла үҙ кешеләр йәшәгән ерҙә, бындай хәл бар, тип әйтһәләр, ышанмаҫ ине.

Әбей, түшәк мәсьәләһендә дәртле булһа ла, ҡолаҡҡа ысынлап та ҡаты икән, һорау бер нисә тапҡыр ҡабатланды.

- Кем тип, бер ир инде шунда, - йәшәрен йәшәгән кеше үлем сире эләктереүенә оялмай ғына түгел, ҡурҡмай ҙа, ахыры, донъяны күрҙе, исмаһам, ғүмер аҙағында мөхәббәт татыным, тип ҡыуана әллә.

Ҡат-ҡат ҡысҡырып һораша торғас, шуныһы билдәле булды: әбейҙең мөхәббәте 1961 йылғы ир икән, ғаиләһе бар. Был инәй менән ғишыҡ тотҡандар, үҙе таксист икән, ана шул таксиҙә эшләгәндә бер ҡыҙ юл хаҡы өсөн быға үҙен тәҡдим иткән. Ир кеше бындайҙан баш тарта буламы, арҡыры ятҡанды буй һалырға барыһы ла ярата. Үлем сирен шулай йоҡторған. Һәм был сирҙе ҡатынына ла, бына ошо әбейгә лә бүләк иткән. Врач ҡаланы яҡшы белә, иң күп СПИД-лылар Себерҙә йөрөгәндәр һәм таксистарҙа табыла.

Күрәһең, төнгө сменала эшләгәндә, социаль яҡтан яуаплылығы самалы ҡатын-ҡыҙ (Путинса әйтһәк) таксистарға мөхәббәтен йәлләмәй, ә былары һайт тигәнгә тайт итеп тора. Өйҙә ҡатын ирем аҡса эшләй тип тыныс йоҡлап ята, ә абышҡаһы машина салонында башҡа нәмә эшләй. Был әбейҙең ауырыуын да шул таксист ирҙән белгәндәр. Кем СПИД менән эләгә, был кешенән шунда уҡ кем менән йоҡлағанын теҙеп яҙырға ҡушалар. Был ир ҡатынын, бына был әбейҙе, йәнә кемдәрҙелер яҙа, кемеһенеңдер исемен генә түгел, төҫ-ҡиәфәтен дә белмәй булып сыға. Ниндәйҙер бер ҡыҙ ине, һары сәсле булғаны хәтерҙә, ҡараңғы ине, Фәлән-фәлән исемле урамда төшөрөп ҡалдырҙым.

Бына шундай мөхәббәт тарихы. Ир ҙә, ҡатын да, балалары лә йәл. Мөхәббәт өсөн йәнен дә бирергә әҙер торған 80-де ҡыуған әбейҙе нисектер аңлап була, ашарын ашаған, йәшәрен йәшәгән. Бәлки, әле генә йәшлегендә татый алмаған ләззәтле минуттарҙы татый алғандыр, кем белә.

Һөйөү ғазаптары, татлы ләззәттәр - барыһын да үҙ ваҡытында татырға булһын. Һәм улар зарарһыҙ булһын ине – тән өсөн дә, йән өсөн дә.
Читайте нас: