Билдәле булыуынса, енәйәт ҡылғандарға хөкөм ҡарары сығарыла. Ләкин тарихта шундай осраҡтар булған, хөкөм ҡарары... хайуаннарға ла сығарылған.
Шулай, 1457 йылда бер сусҡаның эше тикшерелгән. Ул бер бәләкәй малайға һөжүм иткән һәм уны үлтергән. Суд сусҡаны ғәйепле тип таба һәм аҫып үлтерергә хөкөм итә. Сусҡаның бәрәндәре (уларҙың ғәйептәре булмағас) суд файҙаһына конфискациялана. Парижда хәҙер ҙә, сәйер был хөкөм иҫтәлеге булараҡ, «Аҫылған сусҡа» тигән урын бар икән.
1474 йылда Базел ҡалаһындә бер әтәс күкәй һала. Бының өсөн бисара «таң хәбәрсеһен» «сихырсы» тип иғлан итәләр һәм бик ҡаты язалайҙар. Был йорт ҡошон күкәйе менән ҙур усаҡта яндыралар. Бындай һирәк осраҡҡа фәнни аңлатма шунан тора: йәнлектәрҙең һәм ҡоштарҙың ҡайһә бер төрҙәрендә ике енес бергә һыйышып йәшәргә мөмкин
Буласаҡ батшабикә Екатерина II ире, батша Петр III аты хәрби суд ҡарары менән атырға хөкөм ителә. Үҙенең хужаһының буш һәм булдыҡһыҙ кеше икәнен тойған кеүек, әлеге ат «бөйөк» затты «мыҫҡыл итә»: тигеҙ урында һөрлөгә һәм батша ергә йығыла.
1915 йылда фронтта, Воиз провинцияһында немецтарҙың Фриц тигән бер эте француздарға ҙур мәшәҡәт тыуҙыра. Ул курьер-шпион ролендә, дошман тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт менән фронт һыҙығын бер нисә тапҡыр үтеп ҡайта һәм тотолмаҫ булып ҡала.
Француздар был хәлне самалап, йәшерен һуҡмаҡҡа Жужуны ултырталар. Уны осратҡас, Фриц «уяулығын» юғалта һәм, кәнтәйгә эйәреп, дошман лагерына бара. Уның муйын бауында сираттағы йәшерен донесение табыла. Француздарҙың ялан суды хөкөмө менән Фриц немец «шпионы» булараҡ атып үлтерелә.