Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2019, 22:15

Башҡорт теле көнөн билдәләнек

Башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнөн Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан иткәйне.

Шуға ла был йәһәттән төрлө төбәктә мәҙәни саралар ойошторолдо. Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбендә лә Башҡорт теле көнөндә милли батырыбыҙ С.Юлаев тураһында күберәк белеү, уның шәхесенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында шиғыр бәйгеһе уҙғарылды. .

Конкурс шарттары буйынса уҡыусылар С.Юлаевтың шиғырҙарын тасури итеп һөйләргә тейеш ине. Малай һәм ҡыҙҙар Салауат Юлаевтың “Уралым”, “Егеткә”, “Тирмәмдә”, “Һандуғас” кеүек киң билдәле шиғырҙарын сәхнә түренән яңғыратты. Салауат ҡобайырын иһә бер төркөм уҡыусылар һөйләп ишеттерҙе. Балалар ана шулай үҙ сығыштары менән милли геройыбыҙға булған ихтирамын күрһәтте.

Шиғыр бәйгеһендә бер аҙ ҡаушап, ҡабат-ҡабат сәхнәгә сығыусы уҡыусылар ҙа булды. Үҙ оҫталыҡтарын һынап ҡарау өсөн Ҡаныҡай урта мәктәбенән дә уҡыусылар килгәйне. Районыбыҙ данын яҡлап, төрлө конкурстарҙа урындар алған Камила Ишмөхәмәтованың ҡумыҙҙа уйнап, музыкаль биҙәлеш менән сығыш яһауы айырыуса матур булды. Лена Солтанова иһә әҫәрләнеп, М..Кәримдең “Ҡара һыуҙар поэмаһын һөйләне. Эйе, ҡыҙҙарҙың сығышы һәр кемде арбаны. Сара һуңында, жюри тарафынан иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр билдәләнде. Бына улар – һүҙгә маһир, сәхнә оҫталығын яҡшы үҙләштергән, шиғриәткә ғашиҡ кескәй йондоҙҙар: Хәбибуллина Азалия, Ильясов Алмаз һәм Хәсәнова Илүзә. Уларҙың һәммәһенә лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән дипломдар тапшырылды.

- Беҙҙең республикабыҙ өсөн быйылғы йыл әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды: Башҡортостандың 100-йыллығын, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Салауат Юлаевтың 265-йыллығын билдәләп үттек Белеүебеҙсә, милли батырыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн күп нәмә эшләнә: йыл һайын Салауат йыйыны уҙғарыла, Өфөлә С.Юлаев проспекты, хоккей клубы бар, уның исемен йөрөткән музей-театр бар, ә бына баш ҡалала милли батырыбыҙға ҡуйылған һәйкәлде башҡорт, рус та түгел, ә осетин кешеһе яһаған. .Сосланбек Тавасиев беренсе тапҡыр милли батыр тураһында 1941 йылда Башҡортостандың Стәрлебаш районында ишетә һәм Салауат Юлаев тураһында бар мәғлүмәттәр йыя, фольклор һәм архив материалдарын өйрәнеп, батыр образын һынландырыу өҫтөндә эшләй башлай. Был эш егерме йылға яҡын һуҙыла. Һөҙөмтәлә Башҡорт халҡына аңлайышлы һәм кәрәкле, баш ҡалабыҙҙың биҙәге булып торған мөһабәт һәйкәл ҡойола, - тип бәйән итте башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Марс ҡыҙы.

Әйтергә кәрәк, уҡыусылар был байрамда С. Юлаевтың ижадын ғына өйрәнеп ҡалманы, ә тормош юлына ла байҡау яһаны. Милли батырыбыҙҙың үткәндәре менән Хәсәнова Азалия менән Ғимазетдинова Арина таныштырҙы.

Байрамға килгән ҡунаҡтарҙан мең ырыуының йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Ләлә Минулла ҡыҙы Хәлиуллина башҡорт теленең әһәмиәте хаҡында һөйләп үтте.

- Башҡорт теле дәүләт статусына эйә булғандан алып, телебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән бик күп эштәр атҡарылыуын танымау мөмкин түгел. Айырыуса Радий Хәбиров Республика башлығы вазифаһын үҙ ҡулына алғас, был йүнәлештә ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә, - тине Мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Альфред Әхәт улы Шәймәрҙәнов һәм Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры менән байрамды йомғаҡланы.

Тыуған ауылы мәктәбендә йыш булған Әхәт Альфред улы был юлы ла буш ҡул менән килмәгәйне. Ул Башҡорт теле байрамында әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға ҡоролтай исеменән китап-дәфтәрҙәр, календарь, “Мең ырыуы” тигән яҙыулы футболка бүләк итте.

Ләйлә Ғүмәрова,

Автор фотолары.
Читайте нас: