Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ғинуар 2020, 14:32

Һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер хеҙмәт

Беҙҙең районда Берҙәм дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәте, Рәсәйҙең барлыҡ территорияһындағы кеүек yк, 2010 йылдан тәүлек әйләнәһенә эшләй.

. Бында ял hәм байрам көндәре юҡ, hәм бәләгә тарыған кешеләрҙән телефон аша шылтыратыуҙар тәyлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ҡабул ителә. Әгәр медицина ярҙамы кәрәк булһа, авария hәм янғындар булған осраҡта, район халҡы 112 телефон номерын йыя. ЕДДС-тың өлкән диспетчеры Әлмирә Әхмәҙуллина менән беҙ көндәлек хеҙмәт эше hәм ашығыс ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән һәр кемгә нисек ярҙам итергә икәнлеге хаҡында һөйләшәбеҙ.
— Әлмирә Рафаэль ҡыҙы, ЕДДС ни өсөн кәрәк?
— ЕДДС — ул ҡатмарлы, ашығыс хәлдәргә тиҙ яуап биреү хеҙмәте. Ул башта ғәҙәттән тыш хәлдәр, ғәҙәттән тыш ситуациялар, hәләкәттәр тураһында мәғлyмәтте ашығыс рәүештә эшкәртеү hәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән киҫәтеү hәм бөтөрөү буйынса ашығыс хеҙмәттәрҙең эшен артабан координациялау, шулай уҡ халыҡҡа күрһәтелә торған саралар тураһында мәғлyмәт биреү өсөн булдырылған. Был хеҙмәт район хакимиәте ҡаршыһында ойошторолған hәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә оператив-диспетчерлыҡ идараһының берләштерелгән системаһында төп булып тора. Звено составына Берҙәм дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәте (01, 02, 03 heм 04) hәм башҡалар инә. Беҙҙең ЕДДС Бишбyләк районы территорияһында урынлашҡан барлыҡ дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәттәре өсөн барлыҡ хәлдәр hәм ғәҙәттән тыш ситуациялар тураһында мәғлүмәт йыйыу, эшкәртеү, анализлау буйынса юғары орган булып тора. Төп бурыстарҙың береһе — диспетчерлыҡ хеҙмәттәренән hәм халыҡты тәүлек буйы ғәҙәттән тыш хәлдәр, hәләкәттәр hәм район объекттарында йәшәү шарттарын боҙоу тураһында хәбәрҙәр ҡабул итә. «Система-112» hәм стационар 8 (34743) 2-11-64 номерҙары буйынса тәүлегенә уртаса ике тиҫтәгә яҡын мөрәжәғәт килә. Шылтыратыуҙарҙың өстән бер өлөшө туранан-тура беҙҙең хеҙмәткә ҡарамай, сөнки кешеләр беҙҙең бурыстарҙы белмәү арҡаһында, тораҡ-коммуналь хужалыҡ, һыу менән тәьмин итеy, газ, энергия сервистары менән бутайҙар. Район халҡы шуны аңларға тейеш: ЕДДС йылылыҡты һүндереy йәки тоташтырыу, торбаyткәргесте, электр энергияһын өҙөү менән шөғөлләнмәй. Беҙ халыҡтан hәм ойошмаларҙан ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында хәбәрҙәр ҡабул итәбеҙ, дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәттәренән ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында мәғлүмәт туплайбыҙ, ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында мәғлүмәттәрҙе эшкәртәбеҙ hәм анализлайбыҙ, яуап биреy өсөн еңел хәл ителә торған хеҙмәттәр составын асыҡлайбыҙ, ҡул аҫтындағылар буйынса идараның юғары органдарына докладтар бирәбеҙ.
— 2019 йыл ваҡиғалар буйынса ниндәй булды hәм нимә менән иҫтә ҡалды?
— Һәр ай hәм, бигерәк тә, йыл аҙағында беҙҙең тарафтан ғәҙәттән тыш хәлдәр циклының яҡын киләсәккә фаразы ентекләп эшләнде. Бында тәү сиратта табиғәт-һауа торошо шарттары, сезонлылыҡ, булған инфраструктура, районыбыҙҙың географик yҙенсәлеге, инеү юлдары hәм төрлө коммуникацияларҙың торошо иҫәпкә алынды. Уҙған йыл дауамында ЕДДС пунктына тораҡ-коммуналь хужалыҡ линияһы буйынса 568 хәбәр килде. Нигеҙҙә, былар электр энергияһын hәм һыу менән тәьмин итеyҙе туҡтатып тороуға бәйле ине. Беҙ был сигналдарҙы туранан-тура ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ойошма етә етәкселәренә, hәм шулай уҡ район хакимиәте башлығына hәм уның урынбаҫарҙарына тапшырҙыҡ. Уҙған йыл Бишбyләк районы буйынса 60 янғын сыҡҡан, уларҙа өс кеше hәләк булған. Ә бына сағыштырыу өсөн: 2018 йылда 35 янғын булған, унда бер кеше hәләк булған. 2019 йылда 14 юл-транспорт hәләкәтендә алты кеше һәләк булған hәм 18 кеше яраланған. Ә зыян кyреyсеһеҙ hәм механик юл-транспорт hәләкәттәренән башҡа 125 осраҡ теркәлгән. Бишбyләк yҙәк район дауаханаһы линияһы буйынса 6132 шылтыратыу hәм хәбәрҙәр (ОРВИ — 773, хайуандар тешләy — 12, бешеү — 23, туңыу — 10 h.б.) булды. Эске эштәр министрлығының Бишбyләк районы буйынса бyлегенә ингән хәбәрҙәр 1820 иҫәпләнә. Бер нисә генә миҫал килтерәм. Уҙған йылда районда ун кеше юғалды. Алтыһын иҫән-һау эҙләп таптылар, тик дyрт мәйет тә булды. 2019 йылдың октябрь аҙағында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбyләк районы буйынса бyлегенә Ҡушйылға ауылында йәшәүсе В.-нан хәбәр килде. Ул yҙ баҡсаһын эшкәрткәндә, Граждандар һуғышы осороноң снарядын табыуын хәбәр итте. БР буйынса Росгвардия Идараһының ОМОН ИТО кyсмә сапер группаһы тарафынан был предметтың шартлау хәүефе булмауы асыҡланды. Бәхетле тамамланған ҡыҙыҡлы осраҡ та булды: Яңы йыл алдынан, 31 декабрҙә, 12 сәғәт 16 минутта Бишбyләк ауылында йәшәүсе Н.-нан телефон хәбәре килде, ике ҡатлы йортта ел менән балкон ишегенең эске йоҙағы бикләнгән. Ҡатын-ҡыҙ балконда ҡалған, ә уның ике йәшлек балаһы — бер yҙе өйҙә. Хәбәр 68-се янғын часының дежур диспетчерына тапшырылды hәм урынға ҡоткарыусылар барып, балкон ишеген асты. Бала иҫән-һау, медицина ярҙамына мохтаж булмай.
Уҙған йыл эсендә һыу объекттарында hәләкәттәр булманы. Ә бына балалар шуҡлығы буйынса 202 ялған саҡырыу килде. Район халҡын «112» номерына яуаплыраҡ ҡарарға саҡырам. Ата-әсәләргә, педагогтарға hәм тәрбиәселәргә ниндәй осраҡтарҙа «112» номерына шылтыратырға кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәрергә кәрәк. Онотмағыҙ, номерҙы йыйғанда — барлыҡ һөйләшеyҙәр ҙә яҙыла. Заманса техник саралар телефон хулигандарын тиҙ асыҡларға hәм уларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырырға ярҙам итә. Бишбyләк ЕДДСының «ВКонтакте» социаль селтәрендә yҙ төркөмө бар. Беҙҙә ете йөҙҙән ашыу яҙылыусы бар инде. Беҙ өлкәндәр hәм балалар өсөн барлыҡ булған мәғлyмәтте, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә йәшәү һәләтен тәьмин итеy буйынса видеофильмдар урынлаштырабыҙ. Диспетчерҙар дөйөм мәғлyмәт саралары аша халыҡҡа тораҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында планлы өҙөүҙәр тураһында хәбәр итә.
— Яңы йылдан нимә көтәһегеҙ?
— Беҙҙең Бишбyләк районы буйынса берҙәм дежур частында диспетчер булып биш кеше эшләй. Улар барыһы ла yҙ вазифаһын еренә еткереп башҡара. Башҡаларға өлгө булып Екатерина Филимонова тора. Екатерина Николаевна берҙәм бәлиғ булмағандар менән эшләү бyлегендә был ойошма асылғандан бирле эшләй. Быйыл да һынатмаҫҡа, оператив хеҙмәт тарафынан район буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең мөмкин булған барлыҡ осраҡтарын кәметергә тырышырбыҙ. 2020 йылда беҙҙә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идараһы ҡарары нигеҙендә яңы бинаға кyсеү планлаштырылған. Ә бына беҙ инде ун йыл Бишбyләк 68-се янғын һағы часы бинаһында 18 квадрат метр майҙан биләйбеҙ. Барлыҡ санитар-эпидемиологик нормалар hәм ҡагғиҙәләр буйынса майҙан нормативы бер нисә тапҡыр кyберәк булырға тейеш. Район хакимиәте оператив дежур сменаһы персоналының дежур тороуына барлыҡ нормативтар буйынса йыһазландырылған, ял бyлмәһе булған бинаға кyсерер, тип ышанабыҙ, шул саҡта беҙ туранан-тура үҙ эшебеҙҙе сифатлыраҡ hәм яҡшыраҡ башҡара аласаҡбыҙ.
Владимир Смолов әңгәмәләште.
Читайте нас: