Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2020, 10:30

Тәүге ярҙамды роботтар күрһәтә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ҡулланылышҡа сығарылған реанимобилдәр илебеҙҙең баш ҡалаһында һынау рәүешендә эшләй башланы, тип хәбәр итә “Российская газета”.

“Супербригада” тигән исем алырға өлгөргән был “Ашығыс ярҙам” машинаһында бәләгә тарыған кешегә тәүге ярҙамды, йөрәккә массажды роботтар яһай. Яңы технологиялар ҡан әйләнешен тергеҙергә мөмкинлек бирә. Йәғни, йөрәк туҡтаған хәлдә лә, ҡан әйләнеше туҡтамай һәм был йөрәкте тиҙерәк кире эшләтергә ярҙам итә.

Реанимобиль үпкәне вентиляциялау, кардиомонитор, ЭКГ, “Автопульс” системаһы менән йыһазландырылған. Әлегә баш ҡалала ҡына эшләүсе был мөғжизәле машиналар һынау үткәндән һуң киләсәктә төбәктәргә лә ебәрелер, тигән ышаныс бар.

"Урал" гәзитенән.

Читайте нас: