“Хөрмәтле студенттар, магистранттар, аспиранттар, профессор-преподавателдәр корпусы, башҡорт филологияһы факультеты сығарылыш студенттары, коллегалар! Факультет ябыла тигән мәғлүмәт дөрөҫ түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр, ялған хәбәрҙе ысынға алып, актив рәүештә фекер алыша башлаған. Әлбиттә, рәсми рәүештә раҫланмаған мәғлүмәттең шулай киң таралыуы бик күңелһеҙ хәл. Рәсми рәүештә хәбәр итәм – факультет ябылыу тураһында һүҙ бармай. Булыуы ла мөмкин түгел. Аңлатма бирер өсөн беҙҙең бөгөнгө эштәребеҙ менән таныштырып үтәм.
Башҡа факультет йәиһә институт кеүек үк башҡорт филологияһы факультеты ла даими үҫеш талап итә. Бөгөнгө көндә факультетта 300-ҙән ашыу студент һәм магистрант белем ала, ә 10 йыл элек уларҙың һаны 600 кешенән артыҡ ине. Был уңайҙан, ентекле анализ яһағандан һуң, профессор-преподавателдәр корпусы менән фекер алышҡандан һуң, башҡорт филологияһы факультеты составында Көнсығыш телдәр өйрәнеү үҙәге булдырырға һәм Рухи үҫеш ресурс үҙәге факультеты составына индерергә тигән тәҡдим булды. Был тәҡдимдәр уртаҡ булды, хеҙмәткәрҙәр һәм башҡорт филологияһы факультеты студенттары хуплауына эйә булды...”