Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар 2020, 11:55

Быйыл 8 ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Айырыуса яҙ байрам-ялдарға бик бай булмаҡсы.

Февралдең һуңғы эш аҙнаһы дүрт кенә көндән торасаҡ.

Марттың икенсе аҙнаһында ла эш көнө дүртәү генә буласаҡ.

Апрелдең 27-һенән 30-сы апрелгә тиклем булған аҙнаһында шулай уҡ дүрт кенә эш көнө көтөлә.

4 һәм 5-се ғинуарҙағы ялдар май айына күсерелгәнлектән майҙың беренсе эш аҙнаһы өс кенә көнлө – 6-һынан 8-нә тиклем эшләйбеҙ.

Йәйҙең ҡыҫҡартылған эш аҙнаһы июндә Рәсәй көнө һәм Башҡортостанда – 31 июлдә Ҡорбан байрамы көтөлә.

Көҙөн – 11 октябрь Башҡортостан республикаһы көнө ялға тура килеү сәбәпле 12-се октябргә күсерелә.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө эш аҙнаһын икегә бүләсәк: 2-3-сө һәм 5-6-сы ноябрь эш көндәре.
Башинформ.
Читайте нас: