Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар 2020, 02:15

Уҡыусылар һәләттәрен күрһәтте

Уҙған аҙнала Аҙнай төп башланғыс мәктәбендә, Театр йылын тантаналы рәүештә ябыу сараһы ойошторолдо. Ул күренекле яҡташыбыҙ, РФСР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың аткаҙанган сәнғәт эшмәкәре Тимербулат Ғөбәйҙулла Имашевтың тыуыуына 112 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылды.

Был көндә, районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән килгән уҡыусылар Б.Имашев исемендәге мәктәптә булғандан һуң, үҙәк урамдағы музейға юл тотто. Уларҙы музей директоры Илнар Әҙһәм улы Имашев һәм китапхана хеҙмәткәре Фәнисә Камаева ҡаршы алды.
Тыуған ауылында актерҙың йорт-музейы асылыуға уның яҡын туғандары - Резеда һәм Ләлә Имашевалар ҙур өлөш индерә. Бында уның шәхси әйберҙәре менән бер рәттән, ул уйнаған спектаклдәрҙең фотоларын да күрергә мөмкин.
- Юғары мәҙәниәтле, дәртле, һөйкөмлө актер Булат Имашев күп кенә спектаклдәрҙә уйнап, тамашасы һөйөүен яулай. “Салауат Юлаев” музыкаль драмала тәүгеләрҙән булып милли геройыбыҙҙы, М.Буранғоловтың “Башҡорт туйы”нда Буранбайҙы, С.Мифтаховтың “Һаҡмар”ында Юлайҙы, Треневтың “Любовь Яровая”һында Яровойҙы, М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәре”ндә Закир ролен башҡара. Ә инде 1939 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының директоры һәм режиссеры итеп тәғәйенләнгәс, ул һигеҙ спектакль ҡуя, үҙе лә спектаклдә уйнауын ташламай, - тип, Фәнисә Хәбибулла ҡыҙы яҡташыбыҙҙың ижад һәм тормош юлы менән яҡындан таныштырҙы
Талантлы актер иҫтәлегенә арнап уҙғарылған “Тамаша-2020” бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн 12 коллектив килгәйне. Мәҙәниәт йортонда дауам иткән сараға Дим урта мәктәбе директоры Ильшат Миһранов фатиха бирҙе һәм һәммәһенә лә уңыштар теләне.
Беҙ, ғәҙәттә, театрҙы ял итеү урыны тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә тамаша кешеләр күңеленә үтеп инһен өсөн ниндәй ҙур көс, хеҙмәт һалынғанын онотоп ебәрәбеҙ. Ниндәй генә һөнәр эйәләре - режиссер, актерҙар, рәссам, композитор һәм гримм һалыусы ҡатнашмай был эштә. Әле лә сағыу костюмдар кейеп, төрлө образдарға ингән уҡыусылар башҡорт телендә төрлө авторҙарҙың әҫәрҙәрен һәм әкиәттәрҙе сәхнәләштереп, үҙ һәләттәрен күрһәтте. Уҡытыусылар ҙа ситтән генә ҡарап торманы, үҙҙәре лә суфлер булараҡ һәм музыкаль яҡтан биҙәүҙә ҡатнашты.
Уҡыусыларҙа тыуған телгә һөйөү тәрбиәләү һәм яҡташыбыҙ, Башҡорт театр сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергән Булат Имашевтың ижады һәм тормошо менән яҡындан таныштырыу, балаларҙы нәфис һүҙ оҫталығына өйрәтеү маҡсаты менән ойошторолған конкурсты директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова алып барҙы. Ул һәр коллектив менән таныштырып, уларҙы сәхнә түренә саҡырҙы. Күптәр халыҡ ижадынан таныш булған “Алтын балыҡ”, “Етем төлкө” “Тирмәкәй”, “Бүре менән кәзә” кеүек әкиәттәрҙе әҙерләп алып килгәйне.
Бер-бер артлы алышынған декорациялар, сағыу костюмдар уҡыусыларҙың фантазияһы ифрат бай булыуын күрһәтте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары В.З.Ғатауллина, Г.Т. Ғәлимова, З.З.Муллағәлиева, “Яҡты юлдан” гәзите хәбәрсеһе Л. Ғүмәрова жюри ағзалары булараҡ, һәр сығышты ентекләп ҡарап ултырҙы. Ҡуйылған әҫәрҙең һүҙҙәрен яттан белеү, тасуири һөйләү, костюмдар һәм сағыу декорациялар - быларҙың береһе лә баһалама ағзаларының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ҡунаҡҡол мәктәбе уҡыусылары үҙенсәлекле костюмдары менән һоҡландырһа, Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбе төркөмө музыкаль яҡтан биҙәлеше менән айырылып торҙо. Сысҡандар һәм бесәй булып кейенгән Сухоречка урта мәктәбе уҡыусылары үҙ ролдәренә тулыһынса инеп, залдағыларҙы йылмайырға мәжбүр итте. Айыт урта мәктәбе уҡыусылары иһә “Тамашасы һөйөүен яулаусы” номинацияһына лайыҡ булды.
Шулай ҙа конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң-иңдәре тип Ҡаныҡай урта мәктәбе уҡыусылары сығышы билдәләнде. Улар “Балта һурпаһы” әкиәтен сәхнәләштереп, гран-при алды. Бишбүләк 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе - I урын, Бишбүләк 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм Аҙнай мәктәбе II урын менән билдәләнде, III урында – Кесе Сиҙәк, Дим һәм Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе. Шулай уҡ әбей ролен башҡарған Ишмөхәмәтова Камила (“Балта һурпаһы”, Ҡаныҡай мәктәбе) менән Мостафина Дилара (“Алтын балыҡ’ Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе) үҙҙәрен иркен, ышаныслы тойоп, ысын артистар кеүек уйнауҙары менән айырылып торҙо.
Байрамға Аҙнай ауылында тыуып-үҫкән, әлеге мәлдә “Деловой мир Башҡортостана” гәзите мөхәррире Ләлә Әҙһәм ҡыҙы Имашева, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Марс Тимербулат улы Юлдашев та килгәйне. Улар йәш быуынға изге теләктәрен еткерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы. Бындай сарларҙың уртаһында булған Альфред Әхәт улы Шәймәрҙәнов та Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән, ғәҙәттәгесә. бүләктәр өләште.
Аҙнай ауылы мәҙәниәт йортонда ҡуйылған әкиәттәр һәм башҡа тамашаларҙы күреү - бала саҡ хәтирәләрен яңыртты. Ә беҙ уҡыусыларға, артабан да яңынын-яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ.
Ләйлә Ғүмәрова,
автор фотолары.
Читайте нас: