Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар 2020, 20:57

“Еңеүгә тиклем 100 көн”

Өфө ҡалаһы хакимәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 30 ғинуарҙа баш ҡаланың Юғары сауҙа майҙанында “Еңеүгә тиклем 100 көн” тип аталған кире иҫәп стелаһы асыла.

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк. Нәҡ 30 ғинуарҙа юбилей датаһын билдәләүгә тиклем 100 көн ҡалғас, ошо стелала байрамға тиклемге көндәрҙе иҫәпләй башлаясаҡтар. Иҫтәлекле датаға бәйле саралар ҙа ошо көндән башланасаҡ.
Стеланы асыу тантанаһында хәрби йырҙар башҡарыласаҡ, тамашалар күрһәтеләсәк, “Арғымаҡ” төркөмө сығыш яһаясаҡ. Сара киске сәғәт 5-тә башлана.
Фото: Emtc.ru
https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: