Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Ғинуар 2020, 11:20

Владимир Путин: "Дөйөм бурысыбыҙ - юғалтыуҙарға юл ҡуймау"

Рәсәй Президенты ил Хөкүмәтенә коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында бөтә сараларҙы күрергә ҡушты.

"Беҙҙең дөйөм бурыс - юғалтыуҙарға юл ҡуймау. Беҙ был һынауға ниндәй кимәлдә әҙербеҙ?" тигән һорау бирҙе ул яуаплы ведомство етәкселәренә.
"Илебеҙ граждандары өсөн көтөлмәгән хәл килеп тыумаһын. Һәр кем иҫкәртелергә тейеш. Донъя кимәлендә лә, үҙебеҙҙә лә пневмониянан һәм киҙеүҙән йыл һайын күп кешене юғалтабыҙ, быға юл ҡуймау бурысы тора", - тине Президент.
Мәғлүм булыуынса, Хөкүмәт етәксеһе Михаил Мишустин 2019-nCoV менән көрәш буйынса оператив штаб составын раҫланы. Унда Премьер-министр урынбаҫары Татьяна Голикова, "Роспотребнадзор" етәксеһе Анна Попова, һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, эске эштәр министры урынбаҫары Александр Горовой һәм башҡалар индерелгән.
Фото: kremlin.ru
Читайте нас: