Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраль 2020, 11:40

Күп балалы атайҙар пенсияға иртә сыға аласаҡ

РФ Дәүләт Думаһына күп балалы атайҙарға пенсияға иртә сығыу мөмкинлеген биреү тураһындағы закон проекты индерелгән.

Был инициативаның авторы ғаиләләрендә өстән ашыу баланы тәрбиәләгән атайҙар өсөн льготалар индереү кәрәклеген белдерә. Был күп балалаы әсәйҙәргә алдан пенсияға сығыу мөмкинлеге тураһындағы реформа эҙемтәләрен “йомшартасаҡ” тип иҫәпләй.

“Был проекттың төп маҡсаты- ирҙәр өсөн пенсия йәшен күтәреү эҙемтәләрен йомшартыу”,- тип яҙылған закон проектына аңлатма ҡағыҙында.

Бының төп сәбәбе- йәмғиәттә пенсия йәшен арттырыуға бәйле социаль көсөргәнеште кәметеү. Закон проекты инициаторҙары был сараны “киләһе бала тыуыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндә көслө аргумент” тип атаны.

Интернеттан алынған фото.

#МиллиПроекттарБашҡортостан

#ДемографияМиллиПроекты

Читайте нас: