Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта әлеге талапты үтәү ауырғараҡ төшә. Сөнки зыянлы ризыҡтарҙы магазиндан алабыҙ һәм магазин кәштәләренә ҡуйылған һөт һәм ит ризыҡтарының нисек әҙерләнеүе йәки йәшелсә, еләк-емештең ниндәй шарттарҙа үҫтерелеүе хаҡында бер нимә лә белмәйбеҙ. Өҫтәүенә, зыянлы ризыҡтарҙың 50-60 проценты сит илдәрҙән, башҡа региондарҙан килә һәм был хәл мәғлүмәт алыуҙы бермә-бер ауырайта.
Шулай ҙа магазиндан туралған колбаса, сыр алмағыҙ, тип киҫәтергә теләйбеҙ. Беренсенән, бындай ризыҡ ҡиммәтерәк торасаҡ. Икенсенән, ул һаулыҡ өсөн ҡурҡыныс ризыҡҡа әүерелә ала.
Санитария нормалары буйынса, һатыусы бысаҡты ҡулланған һайын яҡшылап йыуырға тейеш. Был талаптың үтәлешен бер кем дә тикшерә алмай. Ғалимдар йыуылмаған бысаҡта 3-4 сәғәттә ҡурҡыныс бактериялар үрсей башлауын раҫлай. Улар бик тиҙ колбаса йәки сыр телеменә күсәсәк.
“Ауыл тормошо’ гәзитенән.