Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2020, 12:40

Ғүмере буйына көлсә һатҡан

117 йәшлек әбекәйҙең оҙак йәшәү сере был ғына түгел әле.

Донъялағы иң өлкән кешегә ошо көндәрҙә 117 йәш тулған. Оҙон ғүмерле әбекәй Японияла йәшәй, уның исеме Канэ Танака. Ул ғүмер буйы аҙыҡ-түлек магазинында дөгө көлсәләре һатҡан, 63 йәшендә пенсиягә сыҡҡан. 103 йәшендә йыуан эсәгендә яман шеш табалар, ләкин сыҙам әбекәй ауырыуҙы еңә алған.
Танака үҙенең оҙаҡ йәшәүенең сере – ғаилә, сәламәт йоҡо һәм диета, ти. Ул бик иртә — иртәнге сәғәт 6-ла йоҡонан тора һәм бөгөнгө көнгә тиклем математик мәсьәләләр сисергә ярата. Уның оҙон ғүмерле булыуы япон диетаһына ла бәйле. Уның нигеҙендә — йәшелсәләр, еләк-емеш, ҡуҙаҡлылар (көнөнә кәмендә 2 порция), шулай уҡ таҙартылмаған дөгө, ҡарабойҙай туҡмасы, булгур, һоло, соя кеүек ризыҡтар. Япондар балыҡ һәм диңгеҙ ризыҡтары ла ярата.
Физик активлыҡ — япондар тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Уларҙың күбеһе баҡса үҫтереү менән шөғөлләнә (был үҙе үк бик яҡшы күнекмәләр), йәйәү йөрөргә ярата, өлкәндәр өсөн клубтар тибындағы түңәрәктәргә йөрөй, бейеү һәм көрәш сәнғәте менән шөғөлләнә.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: