Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2020, 11:35

Мортаза Ғөбәйҙулла улының тыуған көнөнә арнап...

БР Башлығы эргəһендəге Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу өсөн аудитория үҙ эшен башланы. Был ваҡиға 7 февралдә - М.Ғ. Рәхимовтың 86-сы тыуған көнөндә булды.

Аудиторияның кеше иғтибарын йәлеп иткән урынында Мортаза Ғөбәйҙулла улының график портреты һәм дәүләт идарасыһының рухын, эшенең мәғәнәһен төшөндөргән цитатаһы урын алған. М.Ғ. Рәхимовтың республиканы булдырыу, аяҡҡа баҫтырыу һәм үҫтереүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Тап уның идараһында Башҡортостан беренсе аҙымдарын яһаны, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә өлгө булырлыҡ тарихи үҙгәрештәргә дусар булды, Мортаза Рәхимовтың тырышлығы академия эшенә тик файҙа килтерҙе. Уҡыу йорто заманса төҫ алды, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүҙә әйҙәүсе учреждениеға әйләнде, фән һәм белем биреү потенциалын тупланы. 1994 йылда БР Президенты Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының төп учредителенә әүерелгән һәм "Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы" тигән статусҡа эйә булған.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас: