Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2020, 15:05

Баланы ат ярҙамында дауалайҙар

Башҡортостанда “Республика инвалид балалар өсөн иппотерапия үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы 2003 йылдың сентябрендә төҙөлә. Ул – Рәсәйҙә ошо йүнәлештә эшләгән тәүге рәсми ойошмаларҙың береһе.

Асылған мәлдән алып бында ДЦП, ЗПРР, аутизм, аҡыл зәғифлеге, баш мейеһенең органик зарарланыуы, сколиоз, насар күреү һәм башҡа сирҙәрҙән яфаланған алты айлыҡ һәм унан өлкәнерәк йәштәге 2500-ҙән ашыу бала иппотерапия һәм һыбай йөрөү ярҙамында реабилитация үткән. Үҙәктә тейешле сертификатҡа эйә булған квалификациялы алты белгес эшләй. Юғары педагогик белемле инструкторҙар тейешле уҡыу курсы үткән, йыл һайын психология, иппотерапия, адаптив ат спорты буйынса белемен камиллаштыра.
Ауыр сирле балаларға иппотерапия күнекмәләрен үткәреү өсөн үҙәктә биомеханика буйынса һайлап алынған, аҙым амплитудаһы ҡулай булған, буйы тап килгән тыныс холоҡло аттарҙы файҙаланалар. Эш һөҙөмтәләре буйынса үҙәк илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге иппотерапевтар, реабилитологтар өсөн өлгө булып тора.
Иппотерапия үҙәге бер нисә йүнәлештә эш алып бара:
l классик иппотерапия: ҡаты сирле, алты айлыҡ һәм унан өлкәнерәк балалар менән көндәлек күнекмәләр;
l үҫеш маҡсатында һыбай йөрөү: һәр бала өсөн махсус һайланған күнекмәләр;
l һауығыу маҡсатында һыбай йөрөү: атҡа идара итеү, вольтижировка, джигитовка һ.б.
l адаптив ат спорты: паралимпия йөрөшө, ЛИН ат спорты, фестиваль хәрәкәте – ат спорты буйынса махсус Олимпиада программаһы;
l йәйге ялды ойоштороу: Ба­лаларҙы ат ярҙамында һауыҡтырыу лагеры. Һаулығында кәмселектәре булған балалар өсөн тәғәйенләнгән был лагерь республикабыҙҙа иң уңышлы практикаларҙың береһе тип танылды;
l ижади йүнәлеш: “Дарман” атлы театр, хәйриә байрамдары: яңы йыл кисәләре, Ҡышты оҙатыу, Ат байрамдары, атлы фестиваль;
l ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү: күнекмәләрҙә ярҙам итеү, аттарҙы ҡарауҙа ярҙам күрһәтеү, хеҙмәт терапияһы, тренингтар, походтар, йылға буйлап йөҙөп төшөүҙәр, ил төбәктәре буйлап экскурсиялар;
l ипповенция: балалар һәм өлкәндәр өсөн бөтөнләй өр-яңы һәм һөҙөмтәле психотерапия йүнәлеше;
l белем биреү йүнәлеше: белгес-реабилитологтар өсөн йыл һайын иппотерапия буйынса курстар үткәреү.
Әйткәндәй, бындай белем биреү курстары 2010 йылдан ойошторола. Уларҙа Рәсәй төбәктәренән генә түгел, БДБ илдәренән дә 150-нән ашыу белгес уҡыған.
Тағы ла бер мөһим һорау – иппотерапия үҙәге нисек һәм ниндәй аҡсаға эшләй, ни рәүешле яңынан-яңы йүнәлештәр аса, ғәмәлдәгеләрен камиллаштыра? Эшмәкәрлек, нигеҙҙә, ойошмаларҙың һәм айырым кешеләр­ҙең хәйриә ярҙамын, грант конкурстарында ҡатнашыуҙан алынған аҡса һәм субсидия иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Был йәһәттән тиҫтә йыл дауамында ҙур ярҙам күрһәткән “Урал” хәйриә фондын айырып телгә алырға кәрәк. Уның булышлығы менән үҙәк үҙенең коллективын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, яңы белгестәрҙе йәлеп итте, аттар һанын да арттырҙы, хужалыҡта кәрәкле техника – йөк машинаһы һәм тейәгес һатып алды Хәйриә фонды ярҙамы булмаһа, кем белә, бәлки, 2010 йылда үҙәк ябылып та ҡуйыр ине. Шуға ла ата-әсәләр ҙә, үҙәк хеҙмәткәрҙәре лә “Урал” хәйриә фонды Советы рәйесе Мортаза Ғөбәй­ҙулла улы Рәхимовҡа һәм фонд коллективына сикһеҙ рәхмәтле. Һуңғы ваҡытта башҡа коммерция ойошмалары ла, үҙәктәге дауалау алы­мының мөһимлеген һәм һөҙөмтә­лелеген аңлап, уға ярҙам күрһәтә башланы.
Рәсәй Федерацияһы Президен­тының тәүге грантын Иппотерапия үҙәге 2006 йылда ота. Байтаҡ йылдар үткәс, уның социаль әһәмиәтле проекттары Президент гранттары фонды конкурстарында тағы ла еңеү яулай. 2017-2018 йылдарҙа үҙәк Башҡортос­тандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы субси­дия­һына “Тиң хоҡуҡтар – тиң мөмкин­лектәр: Башҡортостан Республи­каһында адаптив ат спортын үҫтереү” һәм “Бер-бер артлы” тип аталған ике проектты тормошҡа ашыра. Былтыр иһә “Дағалы табиптар. Инвалид балалар өсөн иппотерапия һәм адаптив ат спорты менән шөғөлләнеү мөмкинлеген арттырыу” проекты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында еңеп сыға. Проекттар буйынса эшкә үҙәк өҫтәмә рәүештә психологтарҙы, медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итә. Улар һөҙөмтәләрҙе күҙәтеү, дауалау алымының һөҙөмтәлелеген раҫлаған мәғлүмәттәр йыйыу менән шөғөлләнә.
Ер йөҙөндә башҡа бер генә хайуан да ат кеүек беҙҙе тәбиғәт менән берләштермәйҙер. Ул кешегә рәхәтләнеп ял итергә, һаулығын нығытырға, йылдам үҙгәреүсән көнкүреш шарттарына күнегергә ярҙам итә.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас: