Дим буйҙары
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Февраль 2020, 17:30

Сит илгә сығыу бөттө

Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған сираттағы кәңәшмәлә Радий Хәбиров хеҙмәттәштәренең сит ил сәфәрҙәре мәсьәләһен күтәрҙе.

Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған сираттағы кәңәшмәлә Радий Хәбиров хеҙмәттәштәренең сит ил сәфәрҙәре мәсьәләһен күтәрҙе. Башлыҡ билдәләүенсә, уларҙың күбеһенең мәғәнәһе юҡ. Әгәр бындай хәл артабан да дауам итһә, төбәк Башлығы был командировкаларҙы бөтөнләй тыйыу менән янаны.
"Буш" сәфәрҙәрҙе туҡтатырға! Радий Хәбиров тап ошо хаҡта һөйләне. Элегерәк хеҙмәттәштәре менән осрашыуҙарҙың береһендә ул бындай проблемаға туҡталып үткән булған. Әммә, күрәһең, ҡайһы бер түрәләр уның үтенесен ишетмәгән.

Радий Хәбиров, шулай уҡ, уны төрлө форумдарға даими саҡырыуҙарын иҫкә төшөшөрҙө. Ләкин Башҡортостан Башлығы республикаға тик файҙалы булғандарын ғына һайлай. Башҡа осраҡтарҙа ул тәҡдимдәрҙән баш тарта.

- "Бушҡа йөрөү" кәрәкмәй. Һәр сакырған ергә бара башлаһам, һеҙ мине бер нисә йыл күрмәйәсәкһегеҙ. Һәр тармаҡ үзенең эше буйынса сәфәр ҡылырға тейеш. Был хәлде тағын бер тапҡыр анализлағыҙ. Ғөмүмән, был сәфәрҙәрҙе тыясаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.
башинформ.
Читайте нас в