Сөнки һәр быуынға үҙ һуғышы тура килгән. Ике айҙан һуң бар халыҡ билдәләп үтәсәк Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығында бөйөклөктө һәм фажиғәне, шатлыҡты hәм хәсрәтте, фронттағы һалдаттарҙың hәм офицерҙарҙың батырлығын, тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың hәм карттарҙың балаларҙың хеҙмәт батырлығын бер нимә лә оноттора алмаясаҡ. Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында фронтовиктарҙың hәм тыл хеҙмәтсәндәренең иң ауыр көндәрендә эштәренең хаҡлығына, дошмандан өҫтөнлөгөнә hәм Ватаныбыҙҙың еңелмәҫлегенә ышаныуы барыһынан да өҫтөн була. Ул быуат тамамланырға ла өлгөрмәне, 80-сы йылдарҙа Афғанстан булды, унда яҡташтарыбыҙ Афған халҡының бәхете өсөн көрәшеүҙәренә ышанды. Яралар төҙәлергә лә өлгөрмәне, 90-сы йылдарҙа Әрмәнстан, Ҡарабах, Приднестровье, Чечня ваҡиғалары булды. Һалдат һуғышты һайлап алмай, hәм беҙҙең ватандаштарыбыҙ уларҙан ауыр ваҡыт талап иткәнсә, үҙҙәренең хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәне. Армия hәр ваҡыт заман талабына яуап бирә. Герой-фронтовиктарҙың хәрби дан вариҫтары — Рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәренең әлеге быуыны. Беҙҙең райондың 41 гражданины хәрби хеҙмәт ваҡытында орден hәм миҙалдар менән бүләкләнгән, уларҙың һигеҙе — Батырлыҡ ордены, өсөһө — үлгәндән һуң, өсөһө — Ҡыҙыл Йондыҙ ордены (шулай уҡ yлгәндән һуң), 12-һе — «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, бишеһе — «Һуғышсан ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы мeнән бүләкләнгән.
Бөгөнгө көндә Бишбүләк районынан 130-ҙан ашыу егет Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә. Хәрби комиссариаттың шәхси составы исеменән һуғыш ветерандарын, запастағы барлыҡ граждандарҙы, шулай уҡ Ватанға тоғро хеҙмәт итeргә әҙерләнгән йәштәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар hәм ихлас күңелдән ҡотларға рөхсәт итегеҙ.