Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Февраль 2020, 21:30

СССР-ҙың һуңғы маршалы вафат

Советтар Союзы маршалы Дмитрий Язов 95 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте

Маршал Омск өлкәһендә донъяға килгән. Фашистарға ҡаршы көрәшеү теләге көслө булғанлыҡтан, йәшен арттырып яҙҙыртҡан һәм 1941 йылдың ноябрендә фронтҡа алынған. Ул 1942 йылдың июленән алып 1945 йылдың майына тиклем Волхов һәм Ленинград фронттарында взвод менән командирлыҡ иткән.
1987 - 1991 йылдарҙа СССР-ҙың оборона министры була. Хәрби начальник совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу буйынса ойошҡанлы эш алып бара.
Дмитрий Язов Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты ҡатнашыусыһы була (ГКЧП СССР). Тап уның бойороғо буйынса, 1991 йылдың 19 авгусында Мәскәүгә ғәскәр индерелә, тик министр көс ҡулланырға тигән приказ бирмәй. 21 августа иһә ғәскәрҙе ҡаланан сығарта, ә икенсе көнөнә ул ГКЧП-ның башҡа ағзалары менән бергә ҡулға алына.
Язовты Тыуған илгә хыянат итеү статьяһы буйынса хөкөм итәләр, 1993 йылда һаҡ аҫтынан сығаралар. Маршал 1994 йылдың 7 февралендә, Борис Ельциндың указы нигеҙендә, хәрби хеҙмәттән ҡыуыла. Ә 23 февралдә ул Дәүләт Думаһы тарафынан амнистияға эләгә. Тиҙҙән ГКЧП ағзаларына ҡаршы енәйәт эше туҡтатыла. Әйткәндәй, Дмитрий Язов һуңғы көндәренә тиклем ГКЧП ағзаһы булыуына үкенмәгән.
Читайте нас: