Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2020, 11:45

Ер участкаһы урынына – аҡса

Хәҙер ер участкаһы урынына аҡса түләй башлаясаҡтар.

Ниһайәт, бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары аҙаҡҡы уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын ҡабул итте.
Уға ярашлы, бушлай ер участкаһы алыу өсөн сиратта торған өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләрҙең, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән граждандарҙың һайлау хоҡуғы бар. Улар теләге буйынса ер участкаһын 250 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү менән алмаштыра ала.
Фото:zen.yandex.ru
Читайте нас: