Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2020, 11:40

Владимир Путин "Хыял утрауы"нда булды

Рәсәй Президенты Мәскәүҙә күңел асыу паркы макеты менән танышты, ял зоналарын ҡараны һәм беренсе килеүселәр - етем һәм күп балалы ғаиләләрҙән балалар менән осрашты.

"Хыял утрауы" - яңы мәҙәни-күңел асыу кластеры. Ул ҡала мөхите сифатын яҡшыртыу, туризмды үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу маҡсатында төҙөлгән.
300 мең квадрат метр майҙандағы ябыҡ комплекста 27 аттракцион бар. Үҙәге "Мәскәү" тип аталған "ҡала променады"ның архитектура стиле төрлө илдекенән алынған. Был йыл аҙағына тиклем кинотеатр менән концерт залын да асасаҡтар.
Асыҡ биләмәһендә йылы миҙгелдә ландшафт паркын төҙөп бөтөрәсәктәр. Унда бейеү һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн майҙансыҡтар урынлашасаҡ. Артабанғы планда - ике саҡрымға һуҙылған яр буйын төҙөкләндереү, ҡунаҡхана һәм балалар яхта мәктәбе һалыу.
Ә парк үҙе тантаналы рәүештә иртәгә асыласаҡ.
Фото: Кремлин.ру.

#ВладимирПутин

Читайте нас: