* 2017 йылдың 31 декабренән һуң ғаиләлә өсөнсө һәм унан һуңғы бала тыуһа, уға өс йәш тулғансы, ғаиләләге һәр балаға ай һайын 8 993 һум түләнә. Уны юллау өсөн ата-әсәнең береһенә халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә крәк.
* Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаилә 2017 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған балаға 1,5 йәштән алып 3 йәшкә тиклем 3000 һум пособие ала ала. Уны халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә барып йәки күп функциялы үҙәк аша юллап була. Был түләүҙе биреү ҡағиҙәләре тураһында тулы мәғлүмәт республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында урынлаштырылған.
* Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләүҙә компенсацияға хоҡуҡлы. Уның күләме һәр ғаилә өсөн айырым иҫәпләнә.
* Өсөнсө һәм унан һуңғы балаларға балалар баҡсаһына йөрөгән өсөн түләүҙә лә ташлама ҡаралған. Ул ата-әсәләр түләүенең (1 ғинуарҙан айына 1677 һум) 70 процентын тәшкил итә.
* Ата-әсәнең икеһе лә рәсми рәүештә эшләгән булһа, 3000 һум күләмендә һалым ҡайтармаһына иҫәп тота ала. Уны иҫәпләү өлгөләре менән Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында танышырға мөмкин.
* Күп балалы ғаиләләр өсөн транспорт, ер һәм милек һалымдарында ла ташламалар билдәләнгән. Уларҙан файҙаланыу өсөн һалым инспекцияһына, йә күп функциялы үҙәккә, Федераль һалым хеҙмәте сайтының “Шәхси кабинет”ы аша ғариза менән мөрәжәғәт итеү талап ителә.
* Өс һәм унан да күберәк балалары булған ғаиләләр, торлаҡҡа мохтаж тип иҫәптә торған хәлдә, бушлай ер алыуға хоҡуҡлы. Бының өсөн муниципалитет хакимиәтенә ғариза яҙыла. Әйткәндәй, яңыраҡ республика парламенты беренсе уҡыуҙа теләк буйынса йә ер участкаһы, йә уның урынына 250 мең алыу хоҡуғы биргән закон проектын ҡабул итте.
* Ишле ғаиләләрҙәге балаларға алты йәш тулғансы рецепт буйынса бушлай дарыуҙар биреү ҡаралған. Препараттарҙың тулы исемлеге Рәсәй Хөкүмәтенең 1994 йылдың 30 июлендәге 890-сы ҡарары менән нығытылған.
* 7-15 йәштәге балалары булған ишле ғаиләләр лагерь һәм шифаханаларға путевка юллай ала.
* Балалар баҡсаларына ишле ғаилә сабыйҙары сиратһыҙ ҡабул ителергә тейеш.
* Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ике йылға бер тапҡыр мәктәп формаһы өсөн аҡсалата компенсация алыуға хоҡуҡлы. Уның күләме 2019 йылда 3 995 һум тәшкил иткән. Уны алыу өсөн 1 октябргә тиклем бала уҡыған мәктәпкә ғариза менә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
* Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән булған мәктәп уҡыусыһы һәм һөнәри колледждар студенты (23 йәшкә тиклем) белем биреү учреждениеһына ғариза нигеҙендә бушлай туҡланыу менән тәьмин ителә ала.
* Ишле ғаиләнең йортҡа бушлай газ үткәреүгә сертификат алыуға хоҡуғы бар. Күп балалы ғаилә өсөн уның күләме 60 мең һәм аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаилә өсөн 100 мең һум тәшкил итә. Программа 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән, сертификат 2 йыл буйына ғәмәлдә.
* Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләгә “Күп балалы ғаилә” тигән танытма бирелә. Ул республикалағы һәм бөтә илдәге төрлө сауҙа һәм күңел асыу учреждениеларына барғанда льгота һәм ташлама алыуға хоҡуҡ бирә.
* Ипотеканы ҡаплауға 450 мең һум. 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғаиләлә өсөнсө йәки унан күберәк бала тыуа икән, улар ипотекаһын ҡаплау өсөн ошо сумманы юллай ала. Бының өсөн ипотека алынған банкка мөрәжәғәт итергә.