Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2020, 13:59

«Бирешмә!» беренсе балалар премияһы тапшырылды

Өфөлә ҡыйыулыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткән балалар һәм үҫмерҙәр бүләкләнде.

Уларға ете номинацияла «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы тапшырылды. Бишбүләктән Инсаф Миһранов, Бөрйәндән Гөлназ Биргәнова һәм Гөлиә Исҡужина, Мәсетленән Фәнзил Ғәйнетдинов, Хәйбулланан Гөлсәсәк Шәрипова, Ишембайҙан Ләйсән Хәмитова һәм Өфөнән Рената Хәкимова еңеүселәр тип табылды. Республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова премияны ойошторған «Тамыр» телеканалына үҫеп килгән быуынды рухи яҡтан тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн рәхмәт әйтте. Каринэ Владимировна йәш герой Инсаф Миһрановҡа махсус бүләк тапшырҙы. Малай кәмәлә йылға аша сығып, оло йәштәге ирҙе һыуға батыуҙан ҡотҡарған. «Миңә кешене һыуҙан тартып сығарырға кәрәк ине. Ҡурҡыу тураһында уйламаным да. Уйлай башлаһам, ул тонсоғоп үлер ине», — ти кескәй герой. Миһрановтар ғаиләһендә – өс бала, Инсаф – иң өлкәне. Һеңлеһе Сафия менән ҡустыһы Сәлим ағалары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Еңеүселәрҙе ведомство етәкселәре, медиашәхестәр, йәш музыканттар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡотланы. Тамашасылар яратып өлгөргән «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр сериалының төп геройҙары Гөлгөнә Баһауетдинова, Гәлсәр Байғусҡарова, Хәйҙәр Вәлиев, Данир Ғимаҙиев еңеүселәр хөрмәтенә яңы сағыу сығыштар әҙерләгәйне. Балалар премияһын булдырыу идеяһы ла уларҙыҡы. 2019 йылда «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы» «ТЭФИ-Регион» юғары телевизион премияһының төп наградаһына — Бронза Орфейға лайыҡ булды.
Читайте нас: