Статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, республикала 2 миллион 200 меңдән ашыу гүзәл зат вәкиле йәшәй. Йәғни, халыҡтың 53 проценты ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Ә шулай ҙа республикала малайҙар күберәк тыуа икән. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында, 20 йәштәргә етәрәк, егеттәр һәм ҡыҙҙар һаны тигеҙләшә. Ә өлкәнерәк йәштәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны күпкә артып китә. Быға нимә сәбәпсе? Ир-заттар күберәк тыуып та, йылдар уҙыу менән уларҙың рәте ҡырҡа кәмеүенә нимә булышлыҡ итә? Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ инде.