Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2020, 19:25

Энә лә бүләк, дөйә лә бүләк, тиһәләр ҙә...

Халыҡтан һорау алыуҙа 18 йәштән өлкәнерәк 3 меңдән ашыу ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан.

Рәсәйҙә йәшәүсе гүзәл заттар Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ир-аттарҙың күбеһенсә көмөш биҙәнеү әйберҙәре, косметика һәм парфюмерия бүләк итеүен теләй.
Респонденттарҙың 41 проценты бүләк сифатында — көмөш биҙәнеү әйберҙәрен, 40 проценты — косметика һәм парфюмерияны ҡулай күрә. 31 проценты — бүләк сертификаттары, 23 проценты — туристик йүнәлтмәләр алырға теләй, ни бары 16 проценты ғына гаджеттарға өҫтөнлөк биргән.
Ир-аттар 8 Март уңайынан һөйгәндәренә косметика һәм парфюмерия (респонденттарҙың 43 проценты), көмөш биҙәнеү әйберҙәре (26 процент), шулай уҡ сертификаттар (22 процент) бүләк итергә теләй.
Шул уҡ ваҡытта, рәсәйҙәрҙең 11 проценты — көнкүреш техникаһы йәки кейем-һалым, 10 проценты — телефон-гаджеттар, 9 проценты — һавыт-һаба, 6 проценты — китап, 4 проценты — алкоголь, 2 проценты йүнәлтмә йәки йорт хайуаны бүләк итергә йыйына.
Ир-аттар гүзәл заттарға бүләк алыу өсөн 1-3 мең һум (һораштырыуҙа ҡатнашыусыларҙың 35 проценты) сарыф итергә ниәтләй. Респонденттарҙың 24 проценты — 3-5 мең, 11 проценты — 5-10 мең, 18 проценты иһә 1 мең һумдан да кәмерәк аҡса тотонорға йыйына.
Татинформ.
Читайте нас: