Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2020, 17:58

"Татлы" шөғөл

Таныштарым араһында сәйләндән картиналар яһаусылар, туйға бокалдар биҙәүселәр, төҫлө ептәрҙән гөлләмәләр үреүселәр, бауырһаҡ бешереүселәр бар.

Фантазия һәм эҙләнеү хас булған кешегә һәр ваҡыт эш бар. Бөгөнгө танышым – Бишбүләктән Ләйсән Кирәева – торт бешереү оҫтаһы. Уның татлы шөғөлө лә үҙенсәлекле, тәмләп һөйләй торған.
Ләйсән бала саҡтан бешеренергә ярата. Аш-һыуға оҫта әсәһе янында уралған ҡыҙҙың бешергән ҡамыр аштарын да, яһаған туралмаларын да өйҙәгеләр яратып ашайҙар.
- Айыт мәктәбендә уҡығанда уҡ төрлө-төрлө торттар бешерә торғайным. Һигеҙенсе класта уҡығанда барлыҡ класташтарымды йыйып, үҙем бешергән “Птичье молок” торты менән һыйлағайным. – ти Ләйсән үҙенең был мауығыуы хаҡында.
Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған ҡыҙ “ниндәй һөнәр һайларға һуң?”, тигән һорау алдында тормай, ә тура Өфө механика-технология колледжына юл тота.
- Тәм-том ашамлыҡтары, икмәк-ҡалас, макарон ризыҡтары етештереүсе тенолог булараҡ, икмәк комбинатында эш башланым. Был ваҡытта төп эшемдән тыш, кондитер ризыҡтары әҙерләү буйынса уҙғарылған төрлө оҫталыҡ дәрестәренә йөрөнөм, унда күп нәмәгә өйрәндем, - ти Ләйсән Рафаэль ҡыҙы.
Ғаиләле булып, ҡыҙы Карина менән декрет ялында ултырған ваҡытта ла дуҫтары, таныштарының һорауы буйынса торттар бешерә. Шунан инде Ләйсәндең даны ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа күсеп, “йүкә телефон”дан тирә-яҡҡа тарала. Кемдәрҙер тыуған көнгә, кемдәрҙер туйға торт һорап мөрәжәғәт итә башлай. Айырыуса йәйгеһен заказдар күп була.
- Торттарҙы мастика файҙаланып биҙәү менән ике йылға яҡын шөғөлләнәм. Клиенттарҙың һорауы буйынса кремлы, глазурлы, бисквитлы, шоколадлы, емеш-еләкле һ.б. торттар яһайым. Ризыҡ буяуҙарын, кондитер ҡаптарын Өфөнән ҡайтартабыҙ. Торттарҙы биҙәүгә килгәндә, күбеһенсә үҙем уйлап яһайым, әлбиттә, үҙ идеяһын тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, туй табынына тип әҙерләнгәненә йәштәрҙең фотоларын ҡуйып эшләйем, яҙыу өсөн махсус фломастерҙарым да бар, - ти үҙ эшенә ижади ҡараған Ләйсән.
Йәш хужабикәнең аш-һыу бүлмәһендә төрлө формалағы табалар, ҡалайҙар теҙелеп киткән. Ул эшен тағы ла еңеләйтеү маҡсатында аҙыҡ-түлек принтеры һатып алған. Был көнкүреш техникаһы шуның менән уңайлы: унан төрлө һүрәттәр төшөрөлгән вафля биттәре алырға була. Аш-һыу оҫтаһы тураһында социаль селтәрҙә лә мәғлүмәт табырға мөмкин. Ундағы “Сәскәләре тере кеүек”, “Иҫ киткес тәмле” тигән яҙыуҙарҙы уҡыу ҙа етә.
Ләйсән менән Азат Кирәйевтарҙың киләсәккә уй-ниәттәре ҙур: шәхси эштәрен йәйелдереп, кондитер ризыҡтары әҙерләү цехы асырға теләйҙәр. Ә әлегә Ләйсән ҡабат әсә булыу бәхетен татыған – Каринаға иптәшкә улдары Асҡарҙы алып ҡайтҡандар. Сабыйҙы тәрбиәләү ҙур иғтибар талап итһә лә, яратҡан шөғөлгә лә ваҡыт табыла.
Ләйлә Ғүмәрова,
Автор фотоһы.
Читайте нас: