Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Март 2020, 17:15

“Беҙ тәбиғәт менән дуҫбыҙ!”

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Экология” милли проектына ярашлы, бөгөн Өфөлә “Экология. Ижад. Балалар” фестивале булды.

Уҡыусылар түҙемһеҙлек менән көтөп алған сараның девизы – “Беҙ тәбиғәт менән дуҫбыҙ – сүп-сар беҙгә кәрәкмәй!” Балалар унда ҙур теләк менән ҡатнашты.

Фестиваль барышында Зауыҡлы биләмәләр йылына арналған арт-объекттар һәм икенсел сеймалдан яһалған әйберҙәр күргәҙмәһе, “Беҙ сүп-сарҙы айырып йыйыу яҡлы” плакаттар конкурсы ойошторолдо.

Сараны Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, баш ҡаланың Балалар экология-биология үҙәге үткәрҙе.

Балалар экология-биология үҙәге директоры Әлфиә Һөйөндөкова әйтеүенсә, фестивалдә Өфөләге өҫтәмә белем биреү учреждениеларынан 1500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Балаларҙы айырыуса конкурстар ҡыҙыҡһындырҙы.

Башинформ.

Читайте нас: