Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Март 2020, 19:45

Бөтәгеҙ ҙә экологик өмәгә!

19 марттан башлап һәр кесаҙна республикала “Таҙа кесаҙна” экологик өмәһе иғлан ителә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ошо хаҡта Указын булдырҙы. Тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү, йәшелләндереү маҡсатында старт аласаҡ экологик өмә ошо аҙнала башлана. Хеҙмәт коллективтары үҙҙәренә беркетелгән объекттарҙа эшләйәсәк. Өмәгә ҡала һәм ауыл халҡының да әүҙем ҡушылыуын һорайбыҙ.

Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы сиктәрендә 3 тапҡыр - Бөтә республика өмәһе (18 апрель, 4 июль, 3 октябрь), 16 тапҡыр - Таҙалыҡ көнө, 2 тапҡыр “Йәшел Башҡортостан” бөтә республика акцияһы һәм 2 майҙа хәтер һәм иҫкә алыу көнө үтәсәк.

Башинформ.

Читайте нас в