Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Март 2020, 11:50

Һәр үҙгәреш ил мәнфәғәтендә башҡарыла

Илдең төп ҡануни нигеҙен билдәләгән документҡа үҙгәрештәрҙең береһе ил Президенты вазифаһына һайланыусы кешенең вәкәләттәренә ҡағыла һәм бер-бер артлы ике мөҙҙәткә һайланыу мөмкинлеген киңәйтә.

Атап әйткәндә, документтан “бер-бер артлы” һүҙе алып ташланасаҡ һәм бығаса булған президентлыҡ мөҙҙәте иҫәпкә алынмаясаҡ. Был үҙгәрештәр бығаса Президент булған йәки әлеге ваҡытта ошо вазифаны үтәгән кеше тағы ла ил башлығы вазифаһына кандидат була аласаҡ тигәнде аңлата.
Һәр үҙгәреш халыҡ ихтыярына таянып һәм ил мәнфәғәтендә башҡарыла. Беҙ, граждандар институты вәкилдәре булараҡ, был яңылыҡты хуплайбыҙ, сөнки Владимир Путин дәүләткә етәкселек иткән осорҙа йәмәғәт ойошмалары һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды һәм әле лә шулай. Бөгөн ижтимағи-сәйәси ойошмалар илдәге һәр процеста әүҙем ҡатнаша, социаль һәм гуманитар йүнәлешле проекттарҙы тормошҡа ашыра, дәүләт нигеҙен билдәләгән мәңгелек ҡиммәттәрҙе – ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты, атайҙар мәктәбен яҡлау һәм хәстәрләү буйынса күп эштәр башҡара, үҫеп килгән быуында ватансылыҡ тойғоһо, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй. Шулай уҡ Конституциялағы яңы үҙгәрештәрҙең күп милләтле Рәсәй халҡының тарихын, телен, мәҙәниәтен һәм асылын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән әһәмиәтле буласағы ла беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы.
Автор: Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе.
"Башҡортостан" гәзитенән алынды.
Читайте нас: