Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2020, 09:30

“Аҡыллы ҡала”ның хәле нисек?

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Аҡыллы ҡала” республика программаһы буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡты һанлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Мәғлүм булыуынса, был программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса ғәмәлгә индерелгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Һанлы иҡтисад” милли проекттары нигеҙендә тормошҡа ашырла.
Программа төбәктә бер йыл эшләй. Уны тормошҡа ашырған пилот төбәктәр билдәләнгән. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш комитеты рәйесе Николай Хорошилов әйтеүенсә, әлегә беҙҙә ғәмәлдәге хәлде сағыштырырлыҡ, нигеҙләнерлек күрһәткестәр юҡ, аналитика, башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһе кәрәк.
Кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен һанлаштырыуға федераль субсидиялар һәм гранттар йәлеп итеүҙең мөһимлеге тураһында фекер алыштылар. Атап әйткәндә, IT-хеҙмәттәре баҙарында ҡатнашыусылар, үрҙә билдәләнгән милли проекттарҙа, шулай уҡ төрлө фондтарҙың махсус программаларында ҡатнашып, федераль субсидия алыу мөмкинлегенә эйә.
Фото: ruspekh.ru
Читайте нас: