Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2020, 19:30

Балалар баҡсалары карантинға ябылмаясаҡ, әммә...

Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда балалар баҡсалары элекке режимда эшләүен дауам итәсәк, әммә ата-әсәләр өсөн сикләүҙәр ҡаралған.

Уларға балаларын тапшырған ваҡытта төркөм бүлмәләренә үтеү тыйыла, кескәйҙәрҙе ишек төбөндә үк ҡаршы аласаҡтар. Быларҙан тыш, даими рәүештә тәрбиәләнеүселәрҙең тән температуралары үлсәнәсәк, балалар баҡсаһы бүлмәләре елләтелеп торасаҡ.
Бөгөндән Башҡортостандың Мәғариф министрлығында коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәрҙе асыҡлау өсөн +7 (347) 292-11-52 телефоны буйынса "ҡыҙыу бәйләнеш" үҙ эшен башлай. Уға иртәнге сәғәт 9-ҙан алып киске 6-ға тиклем шылтыратырға була.
Фото: rbc.ru
Читайте нас: