Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Март 2020, 11:25

Башҡортостанда коронавирус вакытында өлкән йәштәгеләргә аҙыҡ-түлекте өйгә килтерәләр

Башҡортостанда яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләргә һәм инвалидтарға көндәлек кәрәк-яраҡтарҙы һәм дарыуҙарҙы өйҙәренә килтерәләр.

Коронавирусты иҫкәртеү барышында халыҡтың ошо категорияларына социаль ярҙам сараһы ойошторола.
Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағында ваҡытлыса үҙәк булдырыла, ул оло йәштәгеләрҙе аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар менән тәьмин итеүҙе ғәмәлгә ашыра. Ул ошо көндәрҙә эшләй башлай.
«Беҙҙә хеҙмәтләндерелгән ололар һәм инвалидтар, шулай уҡ муниципалитеттарҙың хакимиәт башлыҡтары һәм башҡа рәсми сығанаҡтар мәғлүмәте буйынса асыҡланған өлкән йәштәге граждандар тәьмин ителә. Күп каналлы колл-үҙәккә килгән ғаризалар һәм мөрәжәғәттәр буйынса ла эшләйбеҙ», — тине министр урынбаҫары Юрий Мельников.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында консультация ярҙамы күрһәтеү буйынса колл-үҙәк эшләй. Уның номеры — 8-800-250-56-04.
Коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса Роспотребнадзорҙың Берҙәм консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-555-49-43. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй, хеҙмәткәрҙәр COVID-19 тураһында төп һорауҙарға яуап бирә.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яңы коронавирус инфекцияһы менән бәйле һорауҙар буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: 8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20 (күп каналлы, тәүлек әйләнәһенә).
Башинформ.
Башҡортостанда карантин
Читайте нас: