Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Март 2020, 11:10

Өйҙә генә эшләргә мөмкин

Рәсәйҙә яңыса эш режимын булдырыуҙары ихтимал. Йәғни эш аҙнаһының бер өлөшөн хеҙмәт урынында, бер өлөшөн - өйҙә уҙғарыуҙы күҙ уңында тоталар.

“Известия” хәбәр итеүенсә уны Бөтә Рәсәй халыҡ фронты тәҡдим итә. Тәҡдимде март аҙағында Хөкүмәт комиссияһында ҡарап тикшереү планлаштырыла. Закон проектына Хеҙмәт кодексына “Хеҙмәт урынынан ситтәге ваҡытлыса эш” статьяһын индереү тәҡдим ителә. Йәғни проект нигеҙендә, хеҙмәт килешеүенә өҫтәмә индереп, шундай режимға күсәргә мөмкин буласаҡ. Хеҙмәткәр эш урынынан ситтә ҡайҙа эшләүҙе үҙе хәл итә. Хеҙмәт хаҡы эш нормаһын үтәгән осраҡта үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш. Бөгөнгө көндә закон йә эш урынында, йә ситтән тороп ҡына эшләү формаһын рөхсәт итә. Уларҙың икеһен дә ҡулланыу тыйыла. Кодексҡа төҙәтмәләр индереүҙе ашыҡтырыу беренсе сиратта коронавирус таралыу хәүефенә бәйле. Сөнки күп етәкселәр хәҙер хеҙмәткәрҙәрҙең офисҡа килмәй, өйөндә генә эшләтеү яғын ҡарай башланылар.
Башинформ.
Читайте нас: