Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Март 2020, 12:05

“Өфө”аэропортының халыҡ-ара терминалы ябыла

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында республикала коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса киске брифинг үтте. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған осраҡ теркәлмәгән.

Стационарҙа илле кеше, шул иҫәптән ете бала табиптар күҙәтеүе аҫтында.
Ҡыҙыу линияға 502 кеше һорау менән мөрәжәғәт иткән, ғөмүмән, бәйләнеш булдырылғандан алып өс меңдән ашыу һорауға яуап бирелгән. Эпидемиология Һәм гигиена үҙәгенең баш табибы Анна Казак билдәләүенсә, коронавирус инфекцияһына 1628 кешенән анализ алынған. Бер кем дә үҙаллы тикшеренеү үтә алмай, иң тәүҙә поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк, тине ул. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге начальнигы Олег Мәүлетов бөгөн Рәсәйҙә тағы ла 54 кешелә коронавирустың раҫланыуын, сирлеләрҙең 253-кә етеүен, үлем осраҡтарының теркәлмәүен билдәләне.
21 марттан “Өфө”аэропортының халыҡ-ара терминалы ябыла.Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева әйтеүенсә, терминал сит илдәрҙән ҡайтыусы республика граждандарын алып килгән самолеттарҙы ғына хеҙмәтләндерәсәк.Туристар өсөн ҡыҙыу линия телефондары: 8-495-587-88-60,8-499-678-12-03.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас: