Документҡа ярашлы, район һәм ҡала хакимиәттәренә кәмендә айына ике тапҡыр Таҙалыҡ көндәрен уҙғарырға тәҡдим ителә. Был йәһәттән эш башланды ла инде – предприятиелар, ойошмалар ихаталарҙы, урамдарҙы, парктарҙы таҙартыуға тотондо.
Йыл һайын 1 апрелгә тиклем муниципалитеттар Таҙалыҡ көндәрен уҙғарыу буйынса саралар планын ҡабул итергә һәм Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тапшырырға бурыслы.
Беҙҙең Бишбүләк районында тәүге экологик өмә үтте - тирә-яҡты ҡарҙан таҙартыу эше башҡарылды.
Зауыҡлы биләмәләр йылы барышында бөтәһе өс дөйөм республика өмәһен (18 апрелдә, 4 июлдә һәм 3 октябрҙә), шулай уҡ 16 Таҙалыҡ көнөн, ике «Йәшел Башҡортостан» дөйөм республика акцияһын һәм 2 майҙа Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө үткәреү планлаштырыла.
район хәкимиәте сайтынан алынған фото.