Дим буйҙары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Март 2020, 13:30

80 пассажирҙы таба алмайҙар

Коронавирус инфекцияһы асыҡланған Сорғот кешеһе менән бер рейста осҡан пассажирҙарҙы юғалтҡандар.

Роспотребнадзор уларнҙы фактик йәшәү урындары адрестарын таба алмай. Был хаҡта Znak.com сайты, Ханты-Манси автономиялы округының Роспотребнадзор идараһы белгесе Инна Кудрявцеваға һылтанып, хәбәр итә.
Кудрявцева һүҙҙәренсә, сир йоҡторған ир Бөйөк Британия, Австрия һәм Германия буйлап сәйәхәт иткән. 16 мартта ул Сорғотҡа Мәскәү аэропорты аша ҡайта. Ҡайтыу менән үҙен насар хис итә, табипҡа күренергә бара. Һөҙөмтәлә, медиктар унда коронавирус инфекцияһын таба.
Әммә ауырыу менән бер самолетта осҡан 80 пассажирҙың ҡайҙа икәнлеген Роспотребнадзор һаман таба алмай.
“16 мартта “Ютэйр”ҙың 253 һанлы Мәскәү—Сорғот рейсы менән осоусыларға “тиҙ арала йәшәү урыны буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итегеҙ”, тип саҡыра Кудрявцева.
Самолетта барлығы 133 пассажир осҡан.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә барлығы 306 коронавирус йоҡтороу осрағы теркәлгән. Уларҙың күбеһе Мәскәүҙә асыҡланған. Үткән тәүлек эсендә вирусты йоҡтороу осраҡтары Рәсәйҙең 18 төбәгендә теркәлгән, шул иҫәптән Ханты-Манси автономиялы округы ла бар.
Инфекция таралыу ҡурҡынысы менән бәйле илдең бөтә төбәктәре лә юғары әҙерлек режимына күскән.
Читайте нас: