"2000 йылға тиклем, Путин власҡа килгәнсе, Рәсәйҙә һҡр ерҙә башбаштаҡлыҡ хөкөм һөрҙө. Ул ваҡытта илде емерәләр тип әйттек, уны йыйырға кәрәк ине. Владимир Владимирович Путин килгәс, яңы осор башланды. Шәхсән мин үҙем Рәсәйҙе һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу өсөн борсолған кеше килгәнен тойҙом. Алда ҙур эштәр көтә, ул әле барыһына ла өлгөрмәне. Ярты юлда туҡтап ҡалырға ярамай. Мин Конституцияға төҙәтмәләр өсөн тауыш бирәсәкмен", - тине Анатолий Дубовский.