Уларҙың икәүһе сит илдән ҡайтҡан, береһе- Өфө кешеһе- Мәскәүгә эшкә йөрөгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, барыһы ла изоляцияланған, уларҙың кемдәр менән аралашҡан икәнлеге билдәләнгән регламенттарға ярашлы тикшерелә.
«Был осраҡ хәүефтең ысын булыуы хаҡында һөйләй. Һаҡлыҡ сараларын үтәгеҙ. Сит дәүләттәрҙән ҡайтҡандар карантинға сығырға тейеш, уны боҙоу закон буйынса эҙәрлекләнә. Беҙҙә ресурстар, процестарға идара итә белеү ҙә бар. Инструкцияларҙы үтәгеҙ һәм барыһы ла минималь эҙемтәләр менән тамамланыр», — тип яҙа республика башлығы.