Предприятие ағымдағы йылда 260 мең бер йыллыҡ сәскә үҫтерергә планлаштыра.
Тәүге сәскә үҫентеләрен 6-7 майҙа торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Еңеү паркында, 112-се кавалерия дивизияһы скверында һәм ҡала хакимиәте янындағы сәскә түтәлдәренә ултыртыу ҡаралған.
Әйткәндәй, Өфө ысынлап та күҙҙең яуын алыр төрлө сәскәләргә күмеләсәк, сөнки быйыл ҡала урамдарына 2 миллион 239 мең дана бер йыллыҡ сәскә үҫентеләре ултыртыласаҡ. Былтыр иһә был күрһәткес быйылғыһынан 220 меңгә аҙырыҡ булған.