Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Март 2020, 17:45

Йәмәғәт транспортын дезинфекциялау көсәйтелгән

Ҡалала йәмәғәт транспортына дезинфекция һәм профилактика эштәре көсәйтелде. Бындай сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың коронавирустың таралыуын иҫкәртеүгә бәйле указы буйынса башҡарыла.

«Башавтотранс» хәбәр итеүенсә, йәмәғәт транспортында көн һайын прафилактик эштәр үтәлә.
«Көнөнә ике тапҡыр махсус раствор ярҙамында автобустарҙың эсе, тотҡастары, ултырғыстары, тәҙрәләрҙең аҫҡы өлөшөн һәм баҫып тороу урындарын тулыһынса йыуып сығабыҙ. Шулай уҡ көн һайын транспорт тышҡы яғынан йыуылып тора», - тип хәбәр итә Стәрлетамаҡтағы «Башавтотранс» филиалы.
Стәрлетамаҡ троллейбус идараһы ла был йүнәлештә һаҡланыу сараларын арттырҙы. Эшселәр араһында шәхси һәм йәмәғәт гигиенаһын булдырыу буйынса мәғлүмәт еткерелгән. Коронавирустан һаҡланыу тураһындағы мәғлүмәт еткереүсе плакаттар, яҙмалар предприятие бинаһы эсендә һәм транспорттарҙа урынлаштырылған.
«Эш урынында ике сәғәт һайын елләтеү ойоштороп торабыҙ. Көндәлек санитар тикшереүҙәрҙән тыш (транспортты йыуы һәм таҙартыу) дезинфекциялау яһайбыҙ. Көнөнә ике тапҡыр транспорт дезинфекциялаусы саралар ярҙамында эшкәртелә, ишектәр, бар тотҡастар, ултырғыстар хлорлы ҡатнашма менән йыуылып сыға. Предприятиеның медицина хеҙмәткәрҙәре рейстарға сығыусыларҙың тән температураһын рейсҡа тиклем һәм рейстан һуң тикшереп тора», тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ троллейбус идараһы.
Республика башлығының оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов Башҡортостандың барлыҡ транспорт комплекстарында битлектәр ҡулланып эшләү режимы башланыу тураһында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, битлектәр ҡуллыныу һәм дезинфекциялау режимы 23 мартта иғлан ителгән.
Башинформ.
Читайте нас: