Әлбиттә, медицина учреждениелары, дарыуханалар, банктар, транспорт һәм барлыҡ дәрәжәләге власть органдары эшен дауам итәсәк.
- Бөтә тәҡдимдәрҙе мотлаҡ үтәргә кәрәк. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, тәртип һәм яуаплылыҡ тойорға кәрәк. Ышанығыҙ, бөгөн иң хәүефһеҙе - өйҙә булыу, - тине дәүләт башлығы, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп.
Бынан тыш, Путин Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнөн күсереү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Ул көн һуңғараҡ билдәле буласаҡ.