Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Март 2020, 00:13

Яңы эш төркөмө нимә менән шөғөлләнер?

Республикала Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Экологик именлек мәсьәләләре һәм тәбиғи мираҫты һаҡлау буйынса эш төркөмө төҙөлдө. Уға ошо өлкәләге абруйлы ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре инде.

– Мин һөйләшеп килешеү яҡлы, һәр саҡ һеҙҙең фекерҙе ишетергә әҙермен. Шуға күрә ошо мәсьәлә буйынса эш төркөмө төҙөргә тәҡдим итәм. Һәр ҡайһығыҙға уның составына инеү тәҡдиме менән хат ебәрәсәкмен, – тигәйне Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы экология буйынса төркөм төҙөү тураһындағы бойороҡҡа 17 мартта ҡул ҡуйғайны. Уға Марс Сәфәров, Азат Ҡотләхмәтов, Лариса Абрамова, Лариса Белан, Рәсих Хәмитов кеүек билдәле ғалимдар, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы ағзаһы Морат Шафиҡов инде. Төркөм етәксеһе итеп биология фәндәре докторы Василий Мартыненко тәғәйенләнде. Ул –Көньяҡ Урал төбәгендәге үҫемлектәр донъяһын өйрәнеү өлкәһендә танылыу яулаған белгес.
– Төркөмдөң эшмәкәрлеге, нигеҙҙә, ике мөһим мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтеләсәк. Беренсенән, ғәҙәттән тыш хәл, мәҫәлән, "ПОЛИЭФ" заводындағы кеүек авария була ҡалһа, ул ҡәтғи ҡарар ҡабул итәсәк. Икенсенән, төрлө объекттар буйынса ҡарар ҡабул иткәндә уның эҙемтәләрен ентекле анализлап, тирә-яҡ мөхиткә һәм халыҡҡа кире йоғонтоно кәметеү йәһәтенән саралар планын төҙөйәсәк. Миҫалға Сибайҙағы, Ҡуштауҙы эшкәртеүгә бәйле хәлде, солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен килтерергә мөмкин, – тине Василий Мартыненко.
Эш төркөмө ағзалары эколгик именлек өлкәһендә республикала тормошҡа ашырылған дәүләт сәйәсәтен анализлап, теге йәки был сараларҙы ҡулайлаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерәсәк.
– Минеңсә, был төркөм экология һәм тәбиғи мираҫты һайлау буйынса рациональ ҡарарға килеү, республика халҡы менән бәйләнеште яйға һалыу, уларға экологик проблемалар тураһында мәғлүмәт еткереү өсөн бик файҙалы булмаҡсы. Уға төрлө йүнәлештәге ғалимдарҙың – биолог, геолог, химик, эколог, иҡтисадсы, юристарҙың һәм башҡаларҙың инеүе лә мөһим. Әйткәндәй, төркөмдә Ҡуштауҙы эшкәртеү менән килешмәгән ғалимдар ҙа бар. Минеңсә, уларҙың төркөм составына индерелеүе төбәк етәксеһенең альтернатив ҡараштарҙы ла иҫәпкә алыу теләге барлығы тураһында һөйләй, – тине эш төркөмө ағзаһы, геология-минералогия фәндәре кандидаты Исхаҡ Фәрхетдинов.
Фото: miito.ru
Читайте нас: