Тиҙҙән был урындан алыҫ та түгел браконьерҙар тотҡарланған, улар законһыҙ рәүештә болан атҡан булған. Килмәтов аңлатыуынса, бөгөнгө көнгә ау сезоны ябыҡ, Краснокама районында болан аулауға рөхсәт бирелмәгән. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ведомство белгестәре тарафынан хайуандар донъһына килтерелгән зыян 400 мең сум күләмендә баһаланған. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән дөйөм дәүләт проекттарының береһе тәбиғәтте, экологияны һаҡлауға йүнәлтелгән. Браконьерҙарҙың был эше күптәрҙе насар уйынан дүндерер, бәлки.