Кѳн һайын республикала 216 тѳркѳм сит илдән ҡайтҡан граждандарҙы тикшерергә сыҡһа, һәр тѳркѳмгә бер социаль хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Дѳйѳм алғанда, ошондай эштәрҙә ике мең социаль хеҙмәткәр ҡатнаша.
Шундай рейд Ҡырмыҫҡалы районында ла уҙҙы. Карантинда булғандар менән бәйләнеш телефон аша ғына алып барыла. Социаль хеҙмәткәрҙәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә кѳн һайын рейдҡа сыға. Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән Рәмил Шаһапов һәм уның ҡатыны 18 мартта ялдан ҡайтҡан. Хәҙер 3 апрелгә тиклем ѳйҙә ултырырға тейештәр. Хужалар менән телефон аша ғына аралашалар.
"Үҙ йортоңда, әлбиттә, рәхәт. Бында эш, баҡса бар, ҡар кѳрәйһең. Аҙыҡ-түлек етә, барыһын да шунда уҡ алып ҡуйҙыҡ. Әгәр ярҙам кәрәк булһа, беҙҙең менән туғаным йәшәй", - ти Рәмил Шаһапов.
Ҡырмыҫҡалыла ошондай рейдтарға ун тѳркѳм йөрөй. Әле районда 48 кеше карантинда ултыра. Уларға "ҡыҙыу бәйләнеш" һандары, хәүефһеҙлек саралары күрһәтелгән ҡағыҙҙар тараталар, хәлдәрен һорашып торалар.
"Ауырыу яҡындарына, туғандарына, күршеләренә таралмаһын ѳсѳн, кешеләр был хәлгә етди ҡарарға тейеш. Ҡағыҙҙа күрһәтелгәндәрҙе мотлаҡ үтәргә бурыслылар", - ти Башҡортостандың янғынға ҡаршы хеҙмәте баш инженеры Фәйез Мәсәғүтов.
Карантин тәртибен боҙоп, ѳйҙә ултырмаған граждандарға протокол тѳҙѳлә. Был мәғлүмәт “Роспотребназор”ға һәм Эске эштәр министрлығына артабан сара күреүгә ебәрелә. Шуға ла сит илдән ҡайтҡан кешеләрҙең 14 кѳнлѳк карантинды үтәүе мотлаҡ. Уларҙың ҡалала йәки ауылда йәшәүе мѳһим түгел - ҡағиҙә бер үк. Ѳйҙә ултырғанда ла туғандар менән телефон йәки мессенджерҙар аша аралашырға мѳмкин, дарыу, аҙыҡ-түлек кәрәк булһа, социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамға килергә әҙер.