Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Март 2020, 11:35

Берҙәм дәүләт имтихандары күсерелә

11-се кластар өсөн берҙәм дәүләт имтихандары 8 июндә, 9-сы кластар өсөн дөйөм дәүләт имтихандары 9 июндә башлансаҡ.

«Мәғариф» милли проекты юғары кластар өсөн мөһим әҙерлек осоронда дистанцион уҡыу өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырыуҙы күҙаллай. Әлегә мәктәптәрҙә 5 апрелгә тиклем каникулдар дауам итә. Артабан балалар кластарҙа уҡытылырмы-юҡмы, әлегә билдәһеҙ, был һорауға аныҡлыҡ киләһе аҙнала индереләсәк, тинеләр ведомствола. Төбәктәрҙә уҡытыу процесын ойоштороуға бәйле һорауҙар буйынса «ҡыҙыу линия»лар эшләй. Мәғариф министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләүсе «ҡыҙыу линия» һаны — 8-800-200-91-85.
Берҙәм дәүләт имтихандары күсерелеү сәбәпле, вуздарҙа документтар ҡабул итеү мөҙҙәте лә үҙгәрәсәк. Хатта уҡыу йылы 1 сентябрҙә түгел, ә һуңыраҡ башланыуы ихтимал.
Читайте нас: