Беҙҙең республикала Шайморатов генералды белмәгән кеше юҡтыр. Ил кимәлендә лә билдәле шәхес ул. Лайыҡлы һәм көтөлгән ғәмәл ине был. Башҡортостанда шәхестең исеме урамдарға бирелгән, һәйкәлдәр бар. Уға арнап йырҙар йырлана, шиғырҙар яҙыла. Беҙҙең Хәрби Дан музейында уның айырым мөйөшө булдырылған. Баш ҡаланың Дим биҫтәһендә тулыһынса легендар дивизияға һәм генерал Шайморатовҡа арналған музей эшләй. Быйыл уны яҡшыртыу, байытыу өсөн аҡса бүленде. Айырым зал булдырыу күҙаллана. Еңеү байрамына райондарҙың муниципаль музейҙарында генерал-майорға һәм дивизияға арналған экспозициялар асыласаҡ.