Дим буйҙары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Апрель 2020, 13:51

Коронавирус менән ауырыған берәү һауыҡҡан

Башҡортостанда коронавирус менән сирләгән беренсе кеше һауығып өйөнә ҡайтҡан.

35 йәшлек Дүртөйлө ҡалаһы кешеһе Ләйсән Хаҡова 21 марттан 31 мартҡа тиклем дауаханала ятты. Әле һуңғы ике анализы ла унда башҡа коронавирус юҡлығын раҫлаған.
Үҙенең хәле тураһында Ләйсән социаль селтәрҙәр аша хәбәр итә. Ул барыһына ла ярҙам һәм хәлен белешеп торғанға рәхмәт әйткән. Айырыуса медицина хеҙмәткәрҙәренә яҡшылығы, кешеләрсә мөнәсәбәте өсөн рәхмәтен белдерә. Барыһы ла яҡшы булып, ул тыуған яғына юлланған.
Ләйсән менән уның 50 йәшлек апаһы Филиә Европа буйлап круиз лайнерында сәйәхәт иткән саҡта зарарланғайны. 15 мартта улар Башҡортостанға ҡайта һәм шунда уҡ үҙ изоляцияға китә. Тик анализдары буйынса, коронавирус менән сирләүҙәре асыҡлана. Улар баш ҡаланың 4-се инфекция дауаханаһында урынлаштырылды. Әле апаһы дауаланыуын дауам итә.
Читайте нас: