Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 20:25

Һаман илгә ҡайта алмайҙар...

Онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта һаман да сит илдәрҙә ҡалған яҡташтарыбыҙҙың күп икәнлеге асыҡланды. Әлеге ваҡытта уларҙың һаны 355-кә тиң.

Улар араһында 22 бала бар. Был хаҡта республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов белдерҙе.
Ҙур ҡатмарлыҡтар менән ошо көндәрҙә 19 кешене (шул иҫәптән алты баланы) тыуған яҡҡа алып ҡайтыуға өлгәшкәндәр. Улар араһында оҙаҡ ваҡытҡа Һиндостандың баш ҡалаһы Дели аэропортында тороп ҡалған яҡташтарыбыҙ ҙа бар.
Был эште башҡарыу еңел түгел: төрлө ведомстволарҙың, шул иҫәптән Рәсәйҙең сит илдәге вәкиллектәренең дә хеҙмәттәшлек итеүе мөһим. Етәксе әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сит илдән ҡырҡ ҡаршылыҡ аша ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ тураһындағы яңылыҡты социаль селтәрҙәрҙә бигүк ыңғай ҡаршыламағандар, насар комментарийҙар күп булған. Салауат Нафиҡов улар урынында һәр кемдең ҡала алыу ихтималлығын, бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлыраҡ һәм мәрхәмәтлерәк булырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды.
11 яҡташыбыҙ сит илдә, карантинға ябылған круиз лайнерында ҡалған. Таиланд, Бали менән дә шул уҡ хәл. Салауат Нафиҡов уларҙың күпселеге менән бәйләнештә булыуҙарын, килеп тыуған хәлдән ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләүҙәрен белдерҙе. “Балалы ғаиләләргә шәхсән яҙып, хәл белеп торам”, - тине ул. Нисек кенә булмаһын, уларға карантин бөткәнен һәм алып ҡайтыу өсөн махсус рейс ойошторғандарын көтөргә тура киләсәк.
Республика шифаханаларында килеп тыуған хәлгә тиклем төрлө тарафтарҙан ял итергә килгән кешеләр ҡала. Унда тейешле саралар күрелгән. Шул уҡ ваҡытта шифаханалар әлегә яңы дауаланыусыларҙы ҡабул итмәй. Алдан түләп эшләү системаһы ҡулланылмағас, аҡсаны ҡайтарыу тураһында ла һүҙ юҡ.
Башҡа йүнәлештәр буйынса алдан юллама алғандарға түләнгән аҡсаларҙы турагентлыҡ иҫәбендә “туңдырып” тороға кәңәш ителә. Ҡасан да хәл барыбер яҡшырасаҡ, унан инде рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Туризм мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны эшләй: 8-800-505-94-56, быға тиклем унда 1,4 мең шылтыратыу теркәлгән. Комитеттың рәсми сайтында ла онлайн-анкета һәм һорауҙар ҡалдырырға мөмкин.
Фото: i.ytimg.com
238 просмотров
Читайте нас: