Республика Башлығы Радий Хәбиров бойороғо нигеҙендә, дистанцион уҡытыу ваҡытында мәктәптәрҙә ташламалы туҡланыуға хоҡуҡлы балаларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыу ойошторола. Был хаҡта брифинг барышында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
“Ата-әсәләре уларҙы аҙнаһына бер тапҡыр аласаҡ. Мәктәптәр кешеләр күпләп йыйылмаһын өсөн, һәр ата-әсәнең килеү ваҡытын иҫәпкә алып, график төҙөргә тейеш”, — тине ведомство етәксеһе.
Фото:regnum.ru