Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 18:03

Дауаханала 53 кеше коронавирус йоҡторған

Төбәктә коронавирустан ауырыған 54 кешенең 53-сө дауаханала зарарланган.

Тикшереү комиссияһы Коми Республикаһының Эжве ҡалаһы дауаханаһында тикшереү ойошторған, унда коронавирус инфекцияһы булған осраҡты теркәгән

«Матбуғат сараларында баҫтырылған мәғлүмәт буйынса, бихисап кешеләр зарарланыу сығанағы Сыктывкар ҡалаһының Эжве районы ҡала дауаханаһы медицина персоналы хеҙмәткәрҙәренең береһе булырға мөмкин», - тиелә матбуғат хеҙмәтендә. Тикшереүҙән һуң енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Элегерәк хәбәр ителгәнсә, коронавируслы пациенттар өсөн Коми республикаһында 95 койка урын әҙерләнгән. Был төбәк коронавирус менән ауырыусылар буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урынға сыҡҡандан һуң эшләнде.

Фото: ria novosti
Читайте нас: