Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 14:09

Кем һиңә наркотик тәҡдим итә — һиңә үлем теләй

16 марттан 27 мартҡа тиклем Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акция уҙҙы

Хәҙерге донъяла наркомания иң киҫкен проблемаларҙың береһе, уның менән көрәшеү бик ауыр. Үҫмерҙәргә наркотиктарҙың зыяны тураһында мәғариф учреждениеларында ла төрлө проекттар аша белем биреү буйынса ҙур эш алып барыла. «Yлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит» акцияһының маҡсаты — йәмәғәтселекте наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороуҙа һәм уларҙы медицина булмаған маҡсаттарҙа ҡулланыуҙы профилактикалауҙа ҡатнашыуға йәлеп итеү, халыҡтан наркотиктарҙы законһыҙ ҡулланыу hәм әйлeнеше өлкәһендe хоҡуҡ боҙоуҙар hәм енәйәттәр тураһында мәғлүмәт алыу. Әлеге акцияла ҡатнашыу Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбендә традицияға әйләнде. Быйыл да профилактик операцияға актив ҡушылдыҡ. Саралар, ғәҙәттә, 6 — 9-сы класс уҡыусылары өсөн ойошшторола, сөнки был йәштәтe yҫмерҙәр психологик йоғонтоға айырыуса тиҙ бирелә. Акция көнөндә мәктәптең социаль педагогы Л.E. Харисова наркотиктарҙың зыяны тураһында әңгәмә һәм «Сәләмәт йәшәү рәүеше» темаһына анкета үткәрҙе. Уҡыусыларға наркотик матдәләрҙең барлыҡҡа килеү hәм таралыу тарихы, наркотиктар ҡулланыуҙың сәбәптәре hәм һөҙөмтәләре, наркотик матдәләр ҡулланыуға юл ҡуймау тураһында һөйләнеләр. Әңгәмә барышында уҡыусыларҙың һорауҙары буйынса фекер алыштылар. Барыһы ла үҙ-үҙен шәхес булараҡ һау-сәләмәт кеше генә күрһәтә ала, тигән һығымтаға килде. Уҡыусыларға ышаныс телефондары hәм «Yлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәре тураһында хәбәр ит» телефон номерҙары яҙылған листовкалар, хоҡуҡ һаҡлау органдарының ышаныс телефондары презентацияланды hәм таратылды. Республикала тәүлек әйләнәһенә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны эшләй: (847) 279-32-92, уның буйынса наркотик әҙерләү, ҡулланыу, һаҡлау hәм һатыу факттарын, притон урындарын хәбәр итeргә мөмкин. Бынан тыш, хәбәрҙе Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының www.02.мвд.рф рәсми сайтында: «Наркотиктарға юҡ» битендә, шулай уҡ республика ҡалалары һәм райондары буйынса Эске эштәр министрлығы бүлексәлeренең дежур частәре телефондарына шылтыратып, ҡалдырырға була.
Рәмилә Садиҡова,
Бишбүләк 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: